5 Улар киткән. Хужа сәғәт ун икелә лә, көндөҙгө өстә лә шулай эшләгән.
«Һеҙ ҙә минең йөҙөм баҡсаһына барығыҙ. Мин һеҙгә тейешенсә түләрмен», – тигән.
Сәғәт биштәр тирәһендә тағы сыҡҡас, баҫып торған кешеләрҙе күреп, уларҙан: «Һеҙ ниңә бында көнө буйы эшһеҙ тораһығыҙ?» – тип һораған.
Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте.
– Әйҙәгеҙ Минең менән, үҙегеҙ күрерһегеҙ, – тине Ғайса уларға. Сәғәт дүрт тирәһе ине. Шәкерттәр, Ғайса менән барып, Уның ҡайҙа йәшәгәнен күрҙеләр һәм кискәсә Уның янында булдылар.
Ғайса: – Көндөң оҙонлоғо ун ике сәғәт түгелме һуң? Көндөҙ йөрөүсе абынмай, сөнки ул донъя яҡтылығын күрә.
Унда Яҡуб ҡоҙоғо бар ине. Юлда арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ янына килеп ултырҙы.
Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, Корнилийға ап-асыҡ булып Алланың бер фәрештәһе күренде. Фәрештә уның янына килеп: – Корнилий! – тип өндәште.
Икенсе көндө был кешеләр ҡалаға яҡынлашып килгән мәлдә, көндөҙгө ун икеләр тирәһендә, Петр доға ҡылыр өсөн яҫы түбәле өйҙөң башына менде.
Шулай бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, доға ҡылыу ваҡытында, Петр менән Яхъя Алла Йортона килде.