4 «Һеҙ ҙә минең йөҙөм баҡсаһына барығыҙ. Мин һеҙгә тейешенсә түләрмен», – тигән.
Иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә өйөнән сығып, баҙар майҙанына барғас, ул бында эшһеҙ торған башҡа кешеләрҙе күреп:
Улар киткән. Хужа сәғәт ун икелә лә, көндөҙгө өстә лә шулай эшләгән.
Унан китеп барғанда Ғайса һалым йыйыу урынында ултырған Матфей исемле кешене күрҙе. – Миңә эйәр, – тине Ул. Матфей, тороп, Уның артынан китте.
Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.
Хужалар, күктәрҙә үҙегеҙҙең дә Хужағыҙ барлығын иҫтә тотоп, ҡолдарығыҙға ҡарата намыҫлы һәм ғәҙел мөнәсәбәттә булығыҙ.
Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтөнөһө өсөн дә яҡшы һәм файҙалы.
Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.