27 һәм арағыҙҙа беренсе булырға теләүсе башҡалар өсөн ҡол булһын.
27 Арағыҙҙа кем беренсе булырға теләй, шул башҡаларға ҡол булһын.
– Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен кесе итеп тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө.
Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын
Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.
Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа иң олоһо – иң кесе, ә башлыҡ – хеҙмәтсе кеүек булһын.
Мин мәҙәниәтлеләр һәм вәхшиҙәр, зирәктәр һәм наҙандар алдында берҙәй үк бурыслымын.
Мин бындай «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» һис тә кәм түгелмен, тип уйлайым.
Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы?
Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте Раббы булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.