24 Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең был икәүгә асыуы килде.
– Һеҙ, ысынлап та, Минең кәсәмдән эсерһегеҙ, ә уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт бирергә Минең хаҡым юҡ. Ул урындар Атам тарафынан кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ.
Ғайса уларҙы саҡырып алып: – Һеҙ беләһегеҙ: хакимдар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм башлыҡтар ҙа уларға баш була.
Быны күргән Ғайса асыуланды: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы.
Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең Яҡуб менән Яхъяға асыуҙары килде.
Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көнө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тигән.
Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай.
Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ.
Әммә йөрәктәрегеҙҙе әсе көнсөллөк һәм мин-минлек биләһә, маһаймағыҙ һәм хәҡиҡәткә ҡаршы ялғанламағыҙ.
Йәштәр, һеҙ шулай уҡ өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр берегеҙ бер-берегеҙгә ҡарата баҫалҡылыҡ күрһәтегеҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә».