Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 20:21 - Инжил

21 – Һиңә нимә кәрәк һуң? – тине Ғайса. – Һинең Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 – Һин нимә теләйһең? – тине Ғайса. – Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе – Һинең уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине, – тине ҡатын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 20:21
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул ваҡыт Ғайса янына шәкерттәре килеп: – Күктәр Батшалығында кем иң бөйөгө? – тип һораны.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ.


– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы үҙегеҙ ҙә аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап кәсәһенән һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.


Ғайса туҡтап, уларҙы саҡырып алды ла: – Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ? – тип һораны.


– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса унан. – Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр.


Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.


Шул ваҡыт Иродиаданың ҡыҙы инеп бейене. Уның бейеүе Иродҡа ла, ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны. Батша уға: – Минән нимә теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен, – тине.


– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораған. Һуҡыр: – Әфәндем! Күҙҙәрем күрһен ине, – тигән.


Быны тыңлап торған кешеләргә Ғайса, һүҙен дауам итеп, тағы ла бер ҡисса һөйләгән. Ул Иерусалимдан алыҫ булмаған инде, шуға халыҡ оҙаҡламай Алла Батшалығы етергә тейеш тип уйлаған.


Шәкерттәр араһында ҡайһыныһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс сыҡҡан.


Ә инде Миндә йәшәһәгеҙ һәм Минең һүҙҙәрем һеҙҙә йәшәһә, ул саҡта теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер.


Бергә йыйылғас, илселәр Ғайсанан: – Раббыбыҙ! Һин Израиль батшалығын хәҙер яңынан тергеҙәсәкһеңме? – тип һоранылар.


Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ.


Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда иһә Мәсих Алланың уң яғында ултырған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ