Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 20:20 - Инжил

20 Шунан Зеведейҙың ҡатыны, улдары менән бергә Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Шунан Зәбәҙәйостың ҡатыны, улдары менән Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 20:20
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петр тип тә аталған Симон һәм уның ҡустыһы Андрей, Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя,


Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.


Ҡатын иһә яҡын килде лә Уның алдына тубыҡланды: – Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе!


Өйгә ингәс, Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙеләр. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуб менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зеведей улдарының әсәһе бар ине.


Ғайсаны күргәс, улар Уның алдында тубыҡланды, әммә ҡайһы берҙәре шикләнде.


Унан ары киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зеведей улдары Яҡуб менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зеведей менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы.


Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә, алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тине.


Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуб менән Иосияның әсәһе Мәрйәм һәм Саломия ла бар ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ