Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 20:19 - Инжил

19 мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 мыҫҡыллау, ҡамсылау һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 20:19
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки, Юныс ҙур бер балыҡтың ҡарынында өс көн һәм өс төн үткәргән кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер.


Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.


Уны үлтерәсәктәр, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине. Шәкерттәр оло ҡайғыға төштө.


Пилат шунда уларға Варавваны азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡас, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.


– Әфәндем, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйтеүен хәтерләйбеҙ, – тинеләр.


Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.


Иртән үк баш руханиҙар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатҡа алып барып тапшырҙылар.


Пилат, халыҡҡа ярарға тырышып, уларға Варавваны азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.


Ул мәжүсиҙәр ҡулына тапшырыласаҡ, улар Уны мыҫҡыллаясаҡ, хурлаясаҡ һәм өҫтөнә төкөрәсәк,


Ә Ирод үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилат янына кире ебәргән.


Ул уларға былай тигән: – Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә үленән терелергә


Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


Ул беҙҙең янға килеп, Павелдың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне. – Изге Рух: «Иерусалимдағы йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағәб.


Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға – Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ