3 Был хаҡта ишеткәс, Ирод батша һәм уның менән бергә бөтөн Иерусалим халҡы хафаға ҡалды.
3 Был хаҡта ишеткәс, Һируд батша һәм уның менән бергә бөтә Йәрүсәлим халҡы хафаға ҡалды.
– Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар. – Беҙ, көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек тә, Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек.
Ул, халыҡтың бөтә баш руханиҙарын һәм ҡанун белгестәрен йыйып алып, уларҙан Мәсихтең ҡайҙа тыуырға тейешлеген һораны.
Иерусалим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таштар менән бәреп һәләк итеүсе Иерусалим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!
Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ. Ҡарағыҙ уны, ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был ахыры түгел әле.
– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.
Яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишеткәндә ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был әле ахыры түгел.