21 Йософ торҙо ла, Бала менән Уның әсәһен алып, Израилгә ҡайтты.
21 Йософ торҙо ла, Бала менән Уның әсәһен алып, Исраилға ҡайтты.
– Тор, Бала менән Уның әсәһен алып, Израиль еренә ҡайт. Баланың ғүмеренә ҡул һуҙыусылар үлде инде, – тине.
Әммә, Йәһүҙиәлә Ирод урынында улы Архелай батша идара итеүен ишетеп, Йософ унда барырға ҡурҡты. Төшөндә иҫкәртеү алғас, ул Галилея өлкәһенә китте.
Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә мираҫ итеп алырға тейеш булған ергә бара.