14 Йософ тороп, Бала менән Уның әсәһен алды ла, төн йөҙөндә Мысырға юлланды.
14 Йософ, тороп, Бала менән Уның әсәһен алды ла төн йөҙөндә Мысырға юлланды.
Йософ, йоҡоһонан уянғас, Раббы фәрештәһе ҡушҡанды үтәй: ул Мәрйәмгә өйләнә.
Улар китеү менән, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде. – Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да, Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда ҡал, сөнки Ирод, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.
Ирод үлгәнгә тиклем ул шунда ҡалды. Был иһә Раббының пәйғәмбәр аша: «Мин Улымды Мысырҙан саҡырып алдым», – тигәне ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
Шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Остаз, остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уятҡандар. Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйған. Улары туҡтаған, тынлыҡ урынлашҡан.
Алла Йортонда йәһүдтәр бына шуның өсөн мине тотоп алды һәм үлтерергә тырышты.