Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 2:13 - Инжил

13 Улар китеү менән, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде. – Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да, Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда ҡал, сөнки Ирод, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Аҡыл эйәләре ҡайтып киткәс, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде. – Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда булып тор, сөнки Һируд, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 2:13
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Дауыт нәҫеленән булған Йософ, Мәрйәмде кәләш итеп алырға ҡурҡма! – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.


Бер ҡалала эҙәрлекләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Израилдең бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.


Төштәрендә, Ирод янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.


Йософ тороп, Бала менән Уның әсәһен алды ла, төн йөҙөндә Мысырға юлланды.


Ирод, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙе буйынса Баланың йәшен билдәләп, Вифлеемдағы һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә үҙенең кешеләрен ебәрҙе.


Әммә, Йәһүҙиәлә Ирод урынында улы Архелай батша идара итеүен ишетеп, Йософ унда барырға ҡурҡты. Төшөндә иҫкәртеү алғас, ул Галилея өлкәһенә китте.


– Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололаусы, бөтөн йәһүд халҡы алдында хөрмәтле булған йөҙбашы Корнилий ебәрҙе. Ул изге фәрештәнән һине үҙ өйөнә саҡырырға һәм һин һөйләйәсәк һүҙҙәрҙе тыңларға бойороҡ алды, – тине улар.


Фәрештә киткәс, Корнилий хеҙмәтселәренең икеһен һәм шәхси ғәскәриҙәре араһынан диндар булған берәүһен саҡырып алды.


Шул ваҡыт Петр иҫенә килде: – Хәҙер мин ысынлап та беләм: Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәргән. Ул мине Ирод ҡулынан һәм йәһүд халҡы күрергә теләгән язанан ҡотҡарҙы, – тип уйланы.


Ҡапыл Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булды һәм бүлмә эсе яҡтырып китте. Фәрештә Петрҙы төртөп уятты: – Тора һал! Шул ваҡыт Петрҙың ҡулдарынан бығауҙары шыуып төштө.


Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Павелға: – Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә тигән хәбәр ебәргән. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине.


Әммә төндә Раббының бер фәрештәһе төрмә ишектәрен асты ла:


Ул батша беҙҙең нәҫелгә ҡарата мәкер тотҡан, ата-бабаларыбыҙҙы йәберләгән һәм яңы тыуған сабыйҙарын йәшәтмәҫ өсөн, ташларға мәжбүр иткән.


Ҡатынға иһә, уға тип сүллектә әҙерләнгән урынға осһон өсөн, ҙур бөркөттөң ҡанаттары бирелде. Йыландың буйы етмәгән был урында ҡатынға бер йыл, ике йыл һәм ярты йыл буйы хәстәрлек күрһәтеләсәк.


Ҡойроғо менән күктәге йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн ергә һепереп алып ташланы. Шунан һуң, сабый тыуғас та уны ашар өсөн, балаһын бына-бына тыуҙырасаҡ ҡатын янына килеп баҫты.


Ә ҡатын сүллеккә ҡасып йәшеренде. Унда Алла тарафынан урын әҙерләнеп ҡуйылғайны һәм уға мең ике йөҙ алтмыш көн буйы хәстәрлек күрһәтергә тейеш инеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ