Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 2:12 - Инжил

12 Төштәрендә, Ирод янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Төштәрендә, Һируд янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, улар башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 2:12
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Дауыт нәҫеленән булған Йософ, Мәрйәмде кәләш итеп алырға ҡурҡма! – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.


Улар китеү менән, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде. – Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да, Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда ҡал, сөнки Ирод, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.


Ирод үлгәндән һуң, Мысырҙа Раббы фәрештәһе Йософтоң төшөнә инде. Ул:


Әммә, Йәһүҙиәлә Ирод урынында улы Архелай батша идара итеүен ишетеп, Йософ унда барырға ҡурҡты. Төшөндә иҫкәртеү алғас, ул Галилея өлкәһенә китте.


Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.


Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә, үлмәйәсәкһең», – тип әйткән.


– Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололаусы, бөтөн йәһүд халҡы алдында хөрмәтле булған йөҙбашы Корнилий ебәрҙе. Ул изге фәрештәнән һине үҙ өйөнә саҡырырға һәм һин һөйләйәсәк һүҙҙәрҙе тыңларға бойороҡ алды, – тине улар.


Әммә тегеләр: – Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алланың һүҙен тыңлауға ҡарағанда һеҙҙең һүҙҙе күберәк тыңлау Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы икән?


Петр һәм бүтән илселәр: – Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк.


Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла аҡыл эйәләрен мәкерлектәрендә эләктереп ала».


Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Ерҙәге руханиҙар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, бөтөнөһөн дә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ