Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 19:29 - Инжил

29 Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡыма ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 19:29
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең арҡала барыһы ла һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.


Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде, һәм кемдеңдер уңышы йөҙләтә, кемеһенекелер алтмышлата йә утыҙлата була.


Ә бәғзеләре иһә уңдырышлы ергә төшкән һәм йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата күберәк уңыш биргән.


Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр. Ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа юғалта, ул уны табыр.


Бер ваҡыт Ғайса янына бер кеше килеп: – Остаз, мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, миңә ниндәй изгелек эшләргә кәрәк? – тип һораны.


Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.


Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.


Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ, шул саҡта быларҙың барыһы ла һеҙгә бирелер.


– Минең яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Мине яратҡандан нығыраҡ яратһа, шәкертем була алмай.


Балыҡсылар, кәмәләрен ярға сығарғас, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп киткән.


Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.


Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенекеләре кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнгән.


Ураҡсы эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя. Шуға күрә сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана.


Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.


Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Үҙен яратыусыларға Алланың нимә әҙерләгәнен бер күҙ ҙә күрмәгән, бер ҡолаҡ та ишетмәгән һәм был турала әҙәм күңеленә бер уй ҙа килмәгән».


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә лә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне лә сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең хаҡлығым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманым, Алланан килгән хаҡлығыма нигеҙләнгән.


Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки дан Рухы, Алла Рухы һеҙҙең менән.


Сөнки улар Ғайса хаҡына юлға сыға, ә мәжүсиҙәрҙән бер нәмә лә ҡабул итмәйҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ