Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 19:28 - Инжил

28 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 19:28
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Шунда Петр Ғайсаға мөрәжәғәт итте: – Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек. Бының өсөн беҙгә ни булыр?


– Һиңә нимә кәрәк һуң? – тине Ғайса. – Һинең Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ, шул саҡта быларҙың барыһы ла һеҙгә бирелер.


– Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Улар былай тип яуапланы: – Һин данлы бөйөклөккә өлгәшкәс, беҙҙе Үҙең менән йәнәшә ултыртһаң ине: беребеҙҙе – уң яғыңа, икенсебеҙҙе – һул яғыңа.


Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш.


Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр.


Әммә беҙ Алла тарафынан вәғәҙә ителгән хаҡлыҡ хакимлыҡ итәсәк яңы күкте һәм яңы ерҙе көтәбеҙ.


Шунда үҙ тәхеттәрендә Алла алдында ултырған егерме дүрт аҡһаҡал, йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға табынды һәм


Күктә бөйөк илаһи билдә күренде: был – ҡояшҡа төрөнгән ҡатын ине. Уның аяҡтары аҫтында – ай, башында – ун ике йондоҙҙан үрелгән таж.


Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


Тәхеттә Ултырыусы былай тине: – Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым. Шунан миңә өндәште: – Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.


Ул йылға урамдың уртаһынан аға, йылғаның теге яҡ ярында ла, был яҡ ярында ла йылына ун ике тапҡыр емеш биреүсе, ай һайын үҙ емешен биреп тороусы тереклек ағасы бар. Ағас япраҡтары – халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн.


Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк.


Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.


Тәхетте уратып егерме дүрт тәхет тора, ул тәхеттәрҙә аҡ кейемле, баштарына алтын таж кейгән егерме дүрт аҡһаҡал ултыра.


Мин мисәт һуғылған кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кешегә мисәт һуғылғайны; улар бөтөн Израиль ҡәбиләләре араһынан ине:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ