Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 19:16 - Инжил

16 Бер ваҡыт Ғайса янына бер кеше килеп: – Остаз, мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, миңә ниндәй изгелек эшләргә кәрәк? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Бер ваҡыт Ғайса янына бер кеше килеп: – Остаз, мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, миңә ниндәй игелек эшләргә кәрәк? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 19:16
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Балаларға ҡулдарын ҡуйып фатихаһын биргәс, Ул унан китте.


Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға барыһы ла мөмкин, – тине.


Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ.


Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.


Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаясаҡ һәм уларҙы бер кем дә Минән тартып ала алмаясаҡ.


Үҙ йәнен яратыусы уны юғалтыр; ә был донъяла үҙ йәнен һанға һуҡмаусы уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта һүҙ бара!


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иман юлындағы кешенең генә мәңгелек тормошо бар.


Симон Петр: – Хужам, беҙ кемгә барайыҡ? Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең бит.


Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты. – Әфәнделәрем! Ҡотолоуға өлгәшеү өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.


сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк,


Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән. Хәҙер иһә Алланың мәрхәмәте кешеләрҙе аҡлап хакимлыҡ итә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша мәңгелек тормошҡа килтерә.


Шуға ла, Мәсихкә инанып мәңгелек тормош аласаҡ кешеләр өсөн иң сағыу өлгө булһын тип, миңә шәфҡәт бирелде һәм Ғайса Мәсихтең бөйөк сабырлығы миндә күрһәтелде.


Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың.


Шулай улар ысын тормошҡа өлгәшер өсөн киләсәккә ныҡлы нигеҙ булырлыҡ ысын хазина туплар.


Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә, Алла донъя башланғанға тиклем үк вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй.


беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне.


Тормош беҙгә асылды: беҙ уны күрҙек. Атабыҙ менән булған, үҙебеҙгә асылған мәңгелек тормош хаҡында шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм иғлан итәбеҙ.


Быны, мәңгелек тормошто, беҙгә Мәсих Үҙе вәғәҙә иткән.


Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.


Үҙенең мәрхәмәте менән һеҙгә мәңгелек тормош бирәсәк Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте көтөп, Алла һөйөүендә ҡалығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ