Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 19:12 - Инжил

12 Сөнки кешеләр төрлө сәбәптәр арҡаһында өйләнә алмай: берәүҙәре инә ҡарынынан шундай булып тыуа, икенселәренә кешеләр сәбәпсе була, өсөнсөләре, ғүмерҙәрен тотошлай Күктәр Батшалығына арнау өсөн, үҙҙәре өйләнмәй. Быны кем ҡабул итә ала, шул ҡабул итһен!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Кешеләрҙең өйләнә алмауына төрлө сәбәптәр бар: берәүҙәре инә ҡарынынан шундай булып тыуа, икенселәренә кешеләр сәбәпсе була, өсөнсөләре, ғүмерҙәрен тотошлай Күктәр Батшалығына арнау өсөн, үҙҙәре өйләнмәй. Быны кем ҡабул итә ала, шул ҡабул итһен!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 19:12
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Был һүҙҙәрегеҙҙе бөтәһе лә ҡабул итә алмай, кемгә Алла тарафынан бирелгән, шулар ғына ҡабул итер, – тип яуап бирҙе Ғайса. –


Шунан һуң Уның янына, баштарына ҡулын ҡуйып доға ҡылһын өсөн, балаларын алып килделәр. Шәкерттәре иһә уларҙы шелтәләп, үткәрмәне.


Әммә мин ул хоҡуҡтарҙың береһен дә файҙаланманым. Был һүҙҙәрҙе лә һеҙҙән ярҙам көткән өсөн яҙмайым. Киреһенсә, мин хатта үлергә лә әҙер! Бының менән маҡтаныу хоҡуғынан мине бер кем дә мәхрүм итә алмай.


Йә башҡа илселәр – Раббының ҡустылары һәм Кифа кеүек, имандаштарыбыҙ араһынан ҡатын алып, уларҙы үҙебеҙ менән йөрөтөргә хаҡыбыҙ юҡмы?


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Аллаға һәм Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ