Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 18:7 - Инжил

7 Был донъяға ҡайғы, сөнки дөрөҫ юлдан яҙҙыра! Ҡотҡо һалыуҙарҙың килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр арҡаһында был донъяға ҡайғы! Аҙҙырыусы нәмәләрҙең килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 18:7
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Ғайса Петрға боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке, – тине.


Уның тураһында Изге Яҙмала яҙылғанса, Әҙәм Улы китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.


Яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишеткәндә ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был әле ахыры түгел.


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тип һөйләгән: – Кешеләрҙе гонаһҡа этәреүсе ҡотҡо ҡотолғоһоҙ, әммә был ҡотҡоноң сәбәпсеһенә – ҡайғы.


Улар менән бергә булған саҡта Мин уларҙы Һинең исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡлап тоттом. Мин уларҙы һаҡланым һәм, Изге Яҙмала әйтелгән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн, һәләк булырға тейешлеһенән башҡа береһе лә юғалманы.


Унда йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине. – Имандаштар, – тип һүҙ башланы ул. – Ғайсаны ҡулға аласаҡ кешеләрҙе Уның янына алып килгән Йәһүҙә хаҡындағы һүҙҙәрҙе Изге Рух беҙгә Дауыт аша алдан әйткән. Яҙмалағы ул һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш ине.


Әлбиттә, һынауҙы кемегеҙҙең үтә алыуы асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың булыуы ла кәрәк.


Кешеләр Алла исемен һәм тәғлимәтебеҙҙе хурламаһын өсөн, ҡоллоҡта яфа сигеүселәр үҙ хужаларын бөтөн ихтирамға ла лайыҡ тип һанарға тейеш.


дәлилдәрең дөрөҫ һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ булһын. Шулай ҡаршы килеүселәр бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтерлек урын тапмайынса оятҡа ҡалыр.


Арағыҙға һиҙҙермәй генә ҡайһы бер аллаһыҙ кешеләр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән инде әйтелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ