5 Һәм Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул иткән кеше Мине лә ҡабул итә.
5 Кем Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә.
– Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен кесе итеп тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө.
Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.
Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.
Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: нимәне бынау иң түбән заттарҙың берәйһенә генә лә ҡылманығыҙ, шуны Миңә ҡарата ла эшләмәнегеҙ», – тиер.
Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.
– Ошондай балаларҙың береһен Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәреүсене ҡабул итә, – тине.
Кем Мәсихтеке булыуығыҙ өсөн һеҙгә бер сынаяҡ һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.
– Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәреүсене ҡабул итә.
Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, вәғәздәремде һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ.