Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 18:3 - Инжил

3 ла: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 ла: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 18:3
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты, ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен йомдо. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Ғайса бер баланы саҡырып алып, уларҙың уртаһына баҫтырҙы


– Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен кесе итеп тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө.


Әммә Ғайса: – Үткәрегеҙ балаларҙы, уларға Минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ! Күктәр Батшалығы ошондайҙарҙыҡы, – тине.


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә өндәште: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бай кешегә Күктәр Батшалығына инеү ҡыйын.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ер һәм күк юҡҡа сыҡҡанға тиклем, ҡанундың бәләкәй генә бер хәрефе лә, бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ, бөтәһе лә тормошҡа ашырыласаҡ.


Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүә булыуығыҙ ҡанун белгестәренекенән һәм фарисейҙарҙыҡынан өҫтөн түгел икән, Күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ.


Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта шаулап йөрөмә. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Доға ҡылғанда ике йөҙлөләр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен инде алды.


– Бөтә көсөгөҙҙө һалып тар ишек аша инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ.


Әммә Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт, – тигән Раббы Ғайса Петрға.


һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын да, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улы янына төшөүен һәм Уның яңынан Күккә күтәрелеүен дә күрерһегеҙ.


Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.


Ғайса былай тип яуапланы: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ!


Шәкерттәрҙең рухын күтәреп, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ, – тине улар.


Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты. Ҡолаҡтары көскә генә ишетә, күҙҙәрен дә йомғандар. Әгәр шулай булмаһа, күҙҙәре менән күрерҙәр, ҡолаҡтары менән ишетерҙәр ине, йөрәктәре менән аңларҙар, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын, яманлыҡҡа ҡарата сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ.


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына ҙур теләк менән ҡабул ителерһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ