22 – Юҡ, етегә тиклем түгел, ә етмеш тапҡыр етегә тиклем, – тип яуап бирҙе уға Ғайса. –
22 – Юҡ, етегә түгел, ә етмеш тапҡыр етегә тиклем, – тип яуап бирҙе Ғайса. –
Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша үҙенең хеҙмәтселәренән иҫәп-хисап эшен талап иткән.
Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта Күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе кисерер.
Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.
Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын.
Әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан баш тартығыҙ.
Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Мәсих һеҙҙе кисергән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе кисерегеҙ.
Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.