14 Һеҙҙең Күктәге Атағыҙ ҙа шулай: түбән заттарҙың береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.
14 Һеҙҙең күктәге Атағыҙ ҙа шулай: кесе йәндәрҙең береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.
Тапһа, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, юғалмаған туҡһан туғыҙына ҡарағанда, табылғанына ул нығыраҡ ҡыуаныр.
Әгәр имандашың һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт. Тыңлаһа, һин имандашыңды үҙеңә ҡайтарған булырһың.
Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.
Был хаҡта мәжүсиҙәр ҡайғырта. Ә Күктәге Атағыҙ һеҙҙең быларҙың барыһына ла мохтаж икәнлегегеҙҙе белә.
Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын.
Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.
Улар менән бергә булған саҡта Мин уларҙы Һинең исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡлап тоттом. Мин уларҙы һаҡланым һәм, Изге Яҙмала әйтелгән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн, һәләк булырға тейешлеһенән башҡа береһе лә юғалманы.
Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Симон Петрҙан: – Яхъя улы Симон! Һин Мине башҡа шәкерттәремә ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны. Петр: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине
Шуға ла Алла тарафынан һайланып алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсих аша бирелгән мәңгелек дан менән ҡотолоу ала алһындар өсөн, барыһына ла түҙәм.
һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ.
Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә.