Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 17:27 - Инжил

27 – Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә табырһың. Уны алып, Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә һалым йыйыусыларға бир.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 – Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә табырһың. Уны алып, һалым йыйыусыларға Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә бир.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 17:27
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Башҡа кешеләрҙән, – тип яуап бирҙе Петр. – Тимәк, үҙ улдары түләүҙән азат, – тине Ғайса.


Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.


Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ташла! Ике ҡулың һәм ике аяғың менән мәңгелек утҡа ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы йәки аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк.


Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.


Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.


Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.


Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡулың менән йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк.


Бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.


Ғайса, һүҙҙәренең шәкерттәр күңелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғанын белеп: – Былар һеҙҙе рәнйетәме?


Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы.


Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам.


Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең азат булыуығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.


Беҙ бер кемгә лә кәртә ҡуйырға теләмәйбеҙ, сөнки Алла тарафынан бирелгән хеҙмәтебеҙ ғәйепкә алынырға тейеш түгел.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ