Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 17:20 - Инжил

20-21 – Сөнки иманығыҙ аҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, ул урынынан күсер ине. Шул саҡта һеҙҙең ҡулығыҙҙан килмәгән һис бер нәмә булмаҫ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20-21 – Иманығыҙ аҙ булған өсөн, – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, тау күсәсәк. Һеҙҙең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә булмаҫ ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 17:20
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне: – Күктәр Батшалығы берәүҙең үҙ баҫыуына сәскән горчица орлоғона оҡшаған.


– Кил, – тине уға Ғайса. Петр кәмәнән төштө лә, һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы.


– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма! – тине Ғайса.


Шунан һуң шәкерттәр, Ғайса менән үҙҙәре генә ҡалғас, Унан: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.


Тауҙан төшкәндә Ғайса уларҙы: – Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип киҫәтте.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә ышанһағыҙ һәм икеләнмәһәгеҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр.


– Ниңә һеҙ шулай ҡурҡаҡһығыҙ, имандары аҙҙар? – тине Ул шәкерттәренә. Ғайса тороп елде һәм күлде тыйҙы, тәрән тынлыҡ урынлашты. Халыҡ таң ҡалып:


Ғайса уларға былай яуап бирҙе: – Аллаға ышанысығыҙ булһын!


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ.


Ул горчица орлоғона оҡшаған. Ергә сәскән ваҡытта ул ер йөҙөндәге бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ.


– Һин: «Ҡулыңдан килһә», – тиһеңме? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.


сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ.


Раббы былай тигән: – Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.


– Кеше эшләй алмағанды Алла булдыра ала, – тигән Ғайса.


Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың данлы бөйөклөгөн күрерһең», – тимәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.


Башҡа берәүгә шул уҡ Рух тарафынан махсус иман бирелә, икенсеһенә дауалап-һауыҡтырыу һәләте бүләк ителә.


Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.


Тимәк, унда ышанмауҙары өсөн инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ