18 Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты.
Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырҙы, шунан ул һөйләшә һәм күрә башланы.
Ғайса уға: – Эй, апай! Һинең иманың ныҡ! Теләгәнеңсә булһын, – тине. Уның ҡыҙы шунда уҡ һауыҡты.
– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма! – тине Ғайса.
Шунан һуң шәкерттәр, Ғайса менән үҙҙәре генә ҡалғас, Унан: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.
Ғайса боролоп ҡараны. – Ныҡ бул, ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине Ул уны күргәс. Ҡатын шунда уҡ һауыҡты.
Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы, әммә ендәргә һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар Ғайсаның кем икәнен белә ине.
Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорғайны.
«Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән.
Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорған икән. Шаҡшы рух был кешене күптән яфалаған. Сылбырҙар һәм бығауҙар менән бәйләп тотҡанда ла ул бығауҙарҙы өҙгән, эйәләшкән ене уны сүлдәргә ҡыуып алып китә торған булған.
Етеп килгән мәлдәрендә ен малайҙы ергә атып бәргән дә, баланың тәне ҡороша башлаған. Ғайса иһә шаҡшы рухҡа тыйылырға бойорған һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырған.
Был бер нисә көн шулай дауам итте. Павелдың асыуы килде һәм боролоп енгә: – Ғайса Мәсих вәкәләте менән һиңә уның эсенән сығырға бойорам, – тине. Ен шунда уҡ сыҡты.