Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 17:12 - Инжил

12 – Әммә һеҙгә әйтәм: Ильяс килде инде, ләкин уны таныманылар һәм уның менән ни теләһәләр, шуны ҡылдылар. Шулай уҡ Әҙәм Улына ла улар арҡаһында ғазап сигергә тура киләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 – Әммә Мин һеҙгә шуны әйтәм: Ильяс килде инде, тик уны таныманылар һәм уның менән нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар. Әҙәм Улы ла улар ҡулында күп ғазаптар сигәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 17:12
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яхъя иһә, төрмәлә сағында Мәсих ҡылған ғәмәлдәр хаҡында ишеткәс, үҙенең шәкерттәрен: «Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе.


Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.


– Ысынлап та, Ильяс килеп, бөтөнөһөн үҙ урынына ҡуясаҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Шунда инде шәкерттәре Ғайсаның Сумдырыусы Яхъя тураһында һөйләүен аңланылар.


Галилеяла бергә йыйылғас, Ғайса уларға: – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк.


Тауҙан төшкәндә Ғайса уларҙы: – Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип киҫәтте.


Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, ләкин һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ.


– Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Сумдырыусы Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, ә һеҙ: «Уға ен эйәләшкән», – тиһегеҙ.


Ул Үҙ халҡына килде, әммә Үҙенекеләр Уны ҡабул итмәне.


Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ.


һеҙҙең һәммәгеҙгә һәм бөтә Израиль халҡына мәғлүм булһын: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды.


Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ