6 – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине Ғайса уларға.
Унда Ғайса янына фарисейҙар һәм саддукейҙар килде. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен һоранылар.
Минең икмәк хаҡында әйтмәүем һеҙгә аңлашылмаймы ни? Фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине.
Шунда улар Ғайсаның икмәк әсеткеһенән түгел, ә фарисейҙар һәм саддукейҙар тәғлимәтенән һаҡланырға ҡушыуын аңланылар.
Икенсе ярға сыҡтылар. Шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны.
Ә шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алмағандары тураһында һөйләшә бирҙе.
Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килеүен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ тип әйтте?
Ғайса шәкерттәрен: – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Ирод әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.
Был ваҡытта меңәрләгән кеше йыйылған, улар бер-береһен ҡыҫырыҡлаған. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итеп һүҙ башлаған: – Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ.
барыһына ла былай тип мөрәжәғәт иткән: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.
Шәкерттәр үҙ-ара: – Әллә Уға берәйһе ашарға килтерҙеме икән? – тиеште.
Аҙ ғына әсетке лә бөтөн ҡамырҙы әсетә.