20 Бынан һуң Ул шәкерттәренә Үҙенең Мәсих икәнлеген бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты.
Яҡуб – Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.
– Һин – Мәсих, мәңге тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Симон Петр.
Тауҙан төшкәндә Ғайса уларҙы: – Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип киҫәтте.
Ғайса уны: – Ҡара уны, берәүгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә, руханиға барып күрен дә, Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.
Ғайса Үҙе тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.
Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға, Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, әле күргәндәрен берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.
Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Раббы.
Ғайса ҡәтғи рәүештә быны бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.
Был тауыш яңғырағас, Ғайса яңғыҙы ҡалған. Шәкерттәр бер ни ҙә өндәшмәгән һәм ул көндәрҙә нимә күргәндәрен бер кемгә лә һөйләмәгәндәр.
Ул, иң тәүҙә ағаһы Симонды эҙләп табып, уға: – Беҙ Мәсихте (Мәсих – «Май һөртөлгән Зат» тигәнде аңлата) таптыҡ, – тине.
Ул Нафанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.
– Эйе, Хужам! – тип яуапланы Марфа. – Мин Һинең донъяға килергә тейеш булған Мәсих, Алла Улы икәнлегеңә ышанам.
Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына һеҙ инанһын өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә тормош булһын өсөн яҙылды.
Шулай итеп, бөтөн Израиль халҡы ышанһын: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хужа һәм Мәсих итте.
Кем ялғансы? Ул – Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Мәсихтең дошманы шундай. Ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә.
Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Һәм Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата.