Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 16:13 - Инжил

13 Филипп Кесарияһы ерҙәренә килгәс, Ғайса Үҙенең шәкерттәренән: – Кешеләр Әҙәм Улын кем тип иҫәпләй? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Филиппус Ҡайсареяһы ерҙәренә килгәс, Ғайса Үҙенең шәкерттәренән: – Кешеләр Әҙәм Улын кем тип иҫәпләй? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 16:13
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйтеүсе кисерелер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйтеүсе хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә кисерелмәҫ.


Сөнки, Юныс ҙур бер балыҡтың ҡарынында өс көн һәм өс төн үткәргән кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер.


Сөнки Әҙәм Улы шәмбе көнөнөң хужаһы.


– Яҡшы орлоҡ сәсеүсе – ул Әҙәм Улы, – тине Ғайса. –


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер, улар, Уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың бөтәһен айырып алып,


Шунан Ғайса Тир һәм Сидон төбәгенә китте.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Әҙәм Улының Батша булып килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.


– Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. – Шунан Ул паралич һуҡҡан кешегә өндәште: – Тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!


Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм күптәрҙе йолоп алыр өсөн Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә килде.


Аллаға имандары булмаған һәм гонаһлы был быуындан кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла Үҙенең Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгән саҡта, ул кешенән оялыр.


һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын да, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улы янына төшөүен һәм Уның яңынан Күккә күтәрелеүен дә күрерһегеҙ.


Халыҡ Уға былай яуапланы: – Беҙгә ҡанундан Мәсихтең мәңге ҡаласағы билдәле. Нисек Һин, Әҙәм Улы күккә күтәрелергә тейеш, тип әйтә алаһың? Кем Ул – Әҙәм Улы?


Әҙәм Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Муса сүлдә баҡыр йыланды күтәргән кеүек, Әҙәм Улы ла шулай күтәрелергә тейеш.


һәм хөкөм итеү вәкәләтен бирҙе, сөнки Ул – Әҙәм Улы.


Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


– Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм, – тине ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ