9 Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа: улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә».
Ғайса халыҡты саҡырып алып уларға: – Тыңлағыҙ һәм шуны аңлағыҙ.
Миңә бушҡа табыналар, кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтәләр».
Һөйөнөслө Хәбәр һүҙҙәрен мин вәғәзләгәнсә тотһағыҙ, уның менән ҡотолорһоғоҙ, тотмаһағыҙ – иманға килеүегеҙ юҡҡа булыр.
Улар осһоҙ-ҡырыйһыҙ шәжәрәләрҙә соҡсоноп һәм уйҙырма хәбәрҙәр таратып йөрөүҙән туҡтаһын, сөнки былар барыһы ла бәхәс кенә тыуҙыра һәм Алла ниәтен иман аша тормошҡа ашырырға ҡамасаулай.
Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.
Эй буш бәндә! Ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ булыуына дәлилдәр теләйһеңме?
Был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәрен ишетеүсегә шаһитлыҡ ҡылам: әгәр берәйһе берәй нәмә өҫтәһә, Алла ул кешегә был китапта яҙылған бәлә-ҡазаларҙы өҫтәр.