25 Ҡатын иһә яҡын килде лә Уның алдына тубыҡланды: – Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе!
25 Ҡатын иһә килеп Уның алдына йөҙтүбән ҡапланды: – Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе!
Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.
– Икмәкте балаларҙан алып, эттәргә ырғытыу яҡшы түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса.
Халыҡ, уларҙы әрләп, өндәшмәҫкә ҡушты, әммә улар тағы ла көслөрәк итеп: – Әфәндем, Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.
Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә, алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тине.
Шаҡшы рух уны һәләк итергә тырышып, йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташланы. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит, ҡыҙған беҙҙе!
Малайҙың атаһы шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе: – Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә!