17 – Ауыҙға ингән нәмәнең ҡарынға үтеүе, ә унан тышҡа сығарып ташланыуы аңлашылмаймы ни?
– Әллә һеҙ ҙә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса.
Кешенең ауыҙынан сыҡҡаны – йөрәгенән сыға. Уны шул бысрата ла.
Сөнки ул уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булыуын белдерҙе.)
Яҡшы кеше яҡшылыҡ тулы күңеленән яҡшылыҡ алып сыға, ә яман кеше яманлыҡ тулы күңеленән яманлыҡ алып сыға. Сөнки кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була.
Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә тән өсөн.
Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Ул бөтөн тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай, уның үҙен иһә йәһәннәм уты ҡабыҙып ебәрә.