16 – Әллә һеҙ ҙә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса.
Һеҙ быларҙың бөтәһен дә аңланығыҙмы? – Эйе, – тип яуап бирҙе шәкерттәре.
Ғайса халыҡты саҡырып алып уларға: – Тыңлағыҙ һәм шуны аңлағыҙ.
Шунда Петр Унан: – Беҙгә теге ҡиссаны аңлатып бирһәңсе, – тип үтенде.
– Ауыҙға ингән нәмәнең ҡарынға үтеүе, ә унан тышҡа сығарып ташланыуы аңлашылмаймы ни?
Минең икмәк хаҡында әйтмәүем һеҙгә аңлашылмаймы ни? Фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине.
Һаман бер ни ҙә аңламайһығыҙмы ни? Биш мең кешегә өләшелгән биш икмәк һәм уны нисә кәрзин итеп йыйып алыуығыҙ тураһында иҫләмәйһегеҙме?
Сөнки улар икмәк менән булған хәлдән һуң да бер ни ҙә аңламағайны; күңелдәре ҡатҡайны.
– Әллә һеҙ ҙә төшөнмәйһегеҙме? – тине Ул. – Кеше эсенә тыштан ингән бер нәмәнең дә уны бысрата алмауын аңламайһығыҙмы?
Улар был һүҙҙәрҙең айышына төшөнмәне, әммә һорашырға ҡурҡтылар.
Әммә шәкерттәр был һүҙҙәрҙән бер нәмә лә аңламаған, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе улар өсөн йәшерен ҡалғанлыҡтан, Ғайса әйткәндәргә төшөнмәгәндәр.
Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам иткән.
Әммә Уны аңламағандар. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгән булған, шуның өсөн дә төшөнмәгәндәр. Ә Ғайсанан һорарға ҡурҡҡандар.
Ваҡыт үтеүенә ҡарағанда, күптән инде өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙ үҙегеҙ кемдеңдер һеҙҙе Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтеүенә мохтажһығыҙ. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.