11 Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине.
Ғайса халыҡты саҡырып алып уларға: – Тыңлағыҙ һәм шуны аңлағыҙ.
Шунан һуң шәкерттәре Уның янына килде. – Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың рәнйеүен беләһеңме? – тип һораны улар.
Кешене тыштан ингән һис нәмә бысрата алмай, әммә уны эсенән сыҡҡаны бысрата, – тине.
Мин ышанам һәм бының өсөн Раббы Ғайсаға һылтана алам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе харам түгел, ә берәйһе берәй нәмәне харам тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн харам була.
Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән хаҡлыҡ, именлек һәм шатлыҡтан тора.
Ризыҡ арҡаһында Алланың эшен юҡҡа сығарма. Һәр ризыҡ саф, әммә ашаған аҙығың менән берәйһен гонаһҡа ҡотортһаң, дөрөҫ булмай.
Улар никахлашыуҙы тыя һәм ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашамаҫҡа ҡуша. Ә ризыҡты Алла булдырған, иман юлындағылар, хәҡиҡәтте таныусылар иһә уны рәхмәт менән ҡабул итә.
Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ.
Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.
Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.