9 Батша ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән анты хаҡына ҡыҙҙың теләген үтәргә
Шул ваҡытта Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр Галилея идарасыһы Иродҡа барып ишетелде.
һәм төрмәлә Яхъяның башын ҡырҡтырырға әмер бирҙе.
Ирод Яхъяны үлтерер ине, әммә уны пәйғәмбәр тип иҫәпләгән халыҡтан ҡурҡты.
Ҡыҙ иһә, әсәһе өйрәткәнсә: – Хәҙер үк Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып алып кил, – тине.
Ғайсаның исеме киң таралғас, был хаҡта Ирод батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәрҙең әйтеүенсә: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар».
Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Ирод унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине.
Батша ҙур ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән ант хаҡына ҡыҙҙың үтенесен кире ҡағырға ҡыйманы.
Ғайса уларға былай тип яуаплаған: – Барығыҙ, ул төлкөгә: «Бөгөн һәм иртәгә ендәрҙе ҡыуырмын, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырмын, өсөнсө көнгә эшемде тамамлармын», – тип әйтегеҙ.