31 Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?
Ләкин, елдең көслө булыуын тойоп, ҡапыл ҡото осто һәм бата башланы. – Хужам, ҡотҡар мине! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул.
Улар кәмәгә ултырғас, ел баҫылды.
Ғайса быны белеп: – Имандары аҙҙар! Һеҙ ниңә икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ?
– Сөнки иманығыҙ аҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, ул урынынан күсер ине. Шул саҡта һеҙҙең ҡулығыҙҙан килмәгән һис бер нәмә булмаҫ ине.
Бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендермәҫме ни, эй, һеҙ, имандары аҙҙар?
– Ниңә һеҙ шулай ҡурҡаҡһығыҙ, имандары аҙҙар? – тине Ул шәкерттәренә. Ғайса тороп елде һәм күлде тыйҙы, тәрән тынлыҡ урынлашты. Халыҡ таң ҡалып:
Ғайса ауырыу ҡатын янына килде лә, ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Ҡатындың тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул тороп уларға табын әҙерләй башланы.
Ғайса уны йәлләп, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем. Таҙарын! – тине.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ.
Һеҙ барып Уның шәкерттәренә һәм Петрға: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ.
– Һеҙ ниңә шулай ҡурҡаҡ? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса.
Баланың ҡулынан тотто ла: – Талифа, куми! (Тәржемәһе: «Ҡыҙым, һиңә әйтәм, тор!») – тине.
Былар бөтәһе лә: – Раббы, ысынлап та, үленән терелеп торған һәм Симонға күренгән, – тип һөйләгән.
Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт.
Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.
Ваҡыт аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.