29 – Кил, – тине уға Ғайса. Петр кәмәнән төштө лә, һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы.
29 – Кил, – тине Ғайса. Петрус кәмәнән төштө лә һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы.
Шунан Петр Уға: – Хужам! Әгәр был Һин булһаң, миңә һыу өҫтөнән атлап үҙеңдең яныңа барырға әмер бирсе, – тип өндәште.
Ләкин, елдең көслө булыуын тойоп, ҡапыл ҡото осто һәм бата башланы. – Хужам, ҡотҡар мине! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул.
– Сөнки иманығыҙ аҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, ул урынынан күсер ине. Шул саҡта һеҙҙең ҡулығыҙҙан килмәгән һис бер нәмә булмаҫ ине.
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә ышанһағыҙ һәм икеләнмәһәгеҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр.
– Һин: «Ҡулыңдан килһә», – тиһеңме? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.
Раббы былай тигән: – Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.
Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман һәммәгеҙҙең күҙ алдында уны тулыһынса һауыҡтырҙы.
Йөҙ йәш тирәһендә тәненең инде үлеп барыуын һәм Сараның бала тыуҙырырға һәләтен юғалтыуын аңлаһа ла, иманда зәғифләнмәне.
Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсих аша барыһын да булдыра алам.