Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 14:19 - Инжил

19 Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алып күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 14:19
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Уларҙы Миңә бирегеҙ әле, – тине Ғайса.


Ғайса уларға халыҡты төркөм-төркөм итеп йәшел сиҙәмгә ултыртырға бойорҙо.


Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде.


Күккә ҡарап көрһөндө лә: – Еффафа! (Йәғни «Асыл!») – тине.


Ғайса ҡулына кәсә алған һәм, шөкөр иткәндән һуң, һүҙен дауам иткән: – Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ.


Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр иткән дә, уны һындырып, шәкерттәренә өләшкән: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.


Ашап ултырған саҡта Ул икмәк алып шөкөрана ҡылған, бүлеп шәкерттәренә биргән.


Унда биш мең самаһы ир булған. Ғайса шәкерттәренә: – Уларҙы иллешәр-иллешәргә бүлеп, төркөмләп ултыртығыҙ, – тигән.


Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алған да күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылған, унан икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә биргән.


Мәмерйә ауыҙынан ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап: – Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. –


Кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған урындан алыҫ булмаған Тивериада ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны.


Шулай тигәс, Павел икмәкте ҡулына алып, Аллаға шөкөрана ҡылды һәм һындырып ашай башланы.


Кем бер көн икенсеһенән мөһимерәк тип һанай, ул Раббы хөрмәтенә шулай тип иҫәпләй. Һәр төрлө ризыҡты ашаусы ла быны Раббы хөрмәтенә эшләй, сөнки Аллаға шөкөр итә. Ашамаған да быны Раббы хаҡына эшләй, ул да Аллаға шөкөр итә.


Раббы кисәһендә беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр кәсәһенән эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтөнөбөҙҙөң дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?


Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ.


шөкөр итте лә, уны һындырып былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ».


Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ