Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 13:52 - Инжил

52 – Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе үҙ мөлкәтенең яңыһын да, иҫкеһен дә сығарып ташлаусы йорт хужаһына оҡшаш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

52 – Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 13:52
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара.


Һеҙ быларҙың бөтәһен дә аңланығыҙмы? – Эйе, – тип яуап бирҙе шәкерттәре.


Ошо ҡиссаларҙы һөйләгәндән һуң, Ғайса ул ерҙән китте.


Шуға күрә, Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ.


Шуға күрә, барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,


Шуның өсөн Алла зирәклеге былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр».


Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ.


көйөндөрәләр, шулай ҙа һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлыбыҙ, шулай ҙа күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, шулай ҙа бөтөн нәмәгә лә эйәбеҙ.


Һеҙ, яҙғандарымды уҡып, Мәсихтең серенең асылын аңлауымды күҙ алдына килтерә алырһығыҙ.


Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Епафрастан ишеттегеҙ. Ул Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе.


Мәсих һүҙе һеҙҙә муллыҡ менән урынлашһын, бер-берегеҙҙе бөтөн зирәклек менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт итегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтаулы шиғырҙар һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


Етәксе ҡупайып китеп Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел.


Хаҡ тәғлимәт буйынса нәсихәт бирә һәм ҡаршы кешеләрҙе фаш итә алһын өсөн, үҙе шул тәғлимәткә ярашлы рәүештә ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға тейеш.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ