43 Ә тәҡүә кешеләр Аталарының Батшалығында ҡояштай балҡып торор. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.
яланғас инем, Мине кейендерҙегеҙ; ауырыған инем, Мине ҡайғырттығыҙ; төрмәлә инем, Минең яныма килдегеҙ», – тип әйтер.
Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көнөм етмәй тороп, йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.
Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.
һәм Мин, Атам Миңә биргән кеүек үк, һеҙгә батшалыҡ итеү хоҡуғын бирәм.
Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.
Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?