38 Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис кешеләре,
38 Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис балалары,
Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаусы һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ.
Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.
Һеҙҙең «эйе» тигән һүҙегеҙ – «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын. Шунан артығы – Иблистән.
Ә кемгә Батшалыҡ тәғәйенләнгән булған, улар тышҡы ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр: унда һыҡтау һәм теш шығырлатҡан тауыштар ишетелер, – тине.
һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер.
Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы.
– Һинең эсең тулы ялған һәм мәкер. Һин – Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. –
Әммә мин, әллә Израиль халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Вәғәзләүселәрҙең тауышы бөтөн донъя буйлап үтте, һәм уларҙың һүҙҙәре йыһан сиктәренә барып етте».
Алла балалары булғас, беҙ – вариҫтар. Тимәк, Алланың вариҫтары һәм Мәсихтең вариҫташтары. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.
Һеҙгә килгән Һөйөнөслө Хәбәр, Алла мәрхәмәтенең ғәмәлдә нисек булыуын ишетеп аңлаған көнөгөҙҙән башлап арағыҙҙа нисек булған булһа, бөтә донъяла ла шулай уңыш килтерә һәм тарала бара.
Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булыуыбыҙ өсөн, Ул беҙҙе Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.
Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?
Һеҙҙең яңы тормошоғоҙҙоң инеше иҫкерә торған орлоҡ түгел, ә иҫкермәй торған орлоҡ. Был – Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе!
Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ.
Унан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған тағы бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине.