37 – Яҡшы орлоҡ сәсеүсе – ул Әҙәм Улы, – тине Ғайса. –
Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәреүсене ҡабул итә.
Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне: – Күктәр Батшалығы үҙ баҫыуына яҡшы орлоҡ сәскән кешегә оҡшаған.
Йорт хужаһының хеҙмәтселәре ҡайтып, унан: «Әфәндем, һин үҙеңдең баҫыуыңа яҡшы орлоҡ сәскәйнең түгелме һуң? Унда ҡый үләне ҡайҙан килеп сыҡҡан икән?» – тип һораған.
Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөтөргән.
Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер, улар, Уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың бөтәһен айырып алып,
– Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәреүсене кире ҡаға.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәреүсене ҡабул итә.
Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.
Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.
Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән,
Үткән замандарҙа Алла атай-олатайҙарыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөләндереп мөрәжәғәт итте.
Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.