Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 13:35 - Инжил

35 Был – пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Мин уларға кинәйәле ҡиссалар аша һөйләрмен, донъя яратылған көндәрҙән бирле йәшерен булғанды хәбәр итермен».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

35 Был пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Ауыҙымды кинәйәле ҡиссалар менән асырмын, донъя яратылған көндәрҙән бирле йәшерен булғанды һөйләрмен».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 13:35
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына шулай Ишағыяның пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты: «Тыңлап-тыңлап та аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та күрмәҫһегеҙ.


Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләр һөйләне: – Бына бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан.


Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.


Ғайса уларҙы өйрәтә башланы:


Әммә ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр.


Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән данлы бөйөклөгөмдө күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең.


Ул борондан билдәле булған ошо эштәрҙе ҡыла.


Беҙ Алланың донъя яратылғансы уҡ даныбыҙ хаҡына билдәләнгән йәшерен, серле зирәклеге тураһында вәғәзләйбеҙ.


Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла уны Изге Рух аша Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе.


бөтөн нәмәне бар иткән Алла тарафынан баштан уҡ йәшереп тотолған серҙең ғәмәлгә нисек ашырылыуын бөтөнөһөнә яҡтыртыу хөрмәте бирелде.


Үткән замандарҙа Алла атай-олатайҙарыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөләндереп мөрәжәғәт итте.


Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр, януарҙы күреп ғәжәпләнәсәктәр, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ