Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 13:22 - Инжил

22 Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу уны баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һүҙҙе баҫып китә һәм ул уңыш бирмәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 13:22
42 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйтеүсе кисерелер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйтеүсе хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә кисерелмәҫ.


һәм уны сәсеүсе дошман – Иблис. Ураҡ өҫтө – донъяның ахыры ул, ә ураҡсылар – фәрештәләр.


Ҡый үләнен йыйып утта яндырған кеүек, донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ:


Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, уларҙы баҫып киткән.


барыһына ла былай тип мөрәжәғәт иткән: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.


Үҙе өсөн генә хазина туплаған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр.


Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй.


Симон иһә, Рухтың илселәр ҡулынан бирелгәнен күреп, уларға аҡса тәҡдим итте.


Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ.


Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?


Беҙ иһә зирәклекте рухи яҡтан өлгөрөп еткән иман тотоусылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


Был донъялағы бер генә хаким да шул зирәклеккә төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине.


Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын.


Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр.


Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте.


элек һеҙ ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтөн нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


сөнки Димас был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап Фессалоникаға юлланды, Крискент – Галатияға, Тит Далматияға китте,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ