Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 12:50 - Инжил

50 Сөнки кем Күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

50 Кем күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 12:50
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙенең шәкерттәренә ҡулы менән күрһәтте: – Бына былар Минең әсәйем менән Минең туғандарым!


Шул уҡ көндө Ғайса, өйҙән сығып, күл ярына барып ултырҙы.


Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.


Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: нимәне бынау иң түбән заттарҙың берәйһенә генә лә ҡылманығыҙ, шуны Миңә ҡарата ла эшләмәнегеҙ», – тиер.


Шунан Ғайса уларға: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер.


Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә.


Ғайса хәбәр еткереүселәргә: – Минең әсәйем менән Минең туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап биргән.


Әмерҙәремде үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.


– Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».


– Аллаға яраҡлы эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.


Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормош алыуын теләй, Мин уны аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен.


Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙәге барлыҡ кешеләргә тәүбә итергә әмер бирә.


һәм тәүҙә Дамаск һәм Иерусалим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.


Алла кемде алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш булырға алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде.


Йә башҡа илселәр – Раббының ҡустылары һәм Кифа кеүек, имандаштарыбыҙ араһынан ҡатын алып, уларҙы үҙебеҙ менән йөрөтөргә хаҡыбыҙ юҡмы?


Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтләнмәүҙең дә бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, яңы зат булып яратылыу ғына мөһим.


Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


үҙеңдән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы әсәйең һымаҡ, йәшерәктәрҙе һеңлең кеүек күреп бар сафлығың менән өгөтлә.


һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.


Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй.


Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тереклек ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ