Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 12:41 - Инжил

41 Ниневия кешеләре уларҙы ҡиәмәт көнөндә был заман кешеләре менән бер рәттән тороп хөкөм итәсәк, сөнки улар Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлап, тәүбәгә килгән. Ә Алдығыҙҙағы – Юныстан бөйөгөрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

41 Ниневе кешеләре, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ниневеләр Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлағандан һуң тәүбәгә килгән. Ә Бындағы – Юныстан да бөйөгөрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 12:41
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Был замандың яуыз һәм Аллаға имандары булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк.


Ҡиәмәт көнөндә көньяҡ батшабикәһе лә, ошо быуын кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Алдығыҙҙағы – Сөләймәндән бөйөгөрәк.


Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайта, һәм улар шунда йәшәй башлай. Ахырҙа әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр.


Һеҙгә әйтәм: бында Алла Йортона ҡарағанда бөйөгөрәге бар.


Был замандың яуыз һәм Аллаға имандары булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәр билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк, – тип яуап ҡайтарҙы. Шунан һуң Ғайса уларҙы ҡалдырып китеп барҙы.


– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма! – тине Ғайса.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың һәммәһе ошо быуын кешеләренә төшәсәк!


Ниневия кешеләре ҡиәмәт көнөндә был заман кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки Ниневия кешеләре Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлап, тәүбәгә килгән. Ә Алдығыҙҙағы – Юныстан бөйөгөрәк.


Юғарынан Килеүсе һәр кемдән өҫтөн. Ерҙә тыуған иһә ерҙеке, уның һүҙе лә ерҙәгесә. Әммә күктән Килеүсе – һәммәһенән өҫтөн.


Был ҡоҙоҡто беҙгә атабыҙ Яҡуб ҡалдырған. Ул үҙе лә, балалары ла, мал-тыуары ла шунан эскән. Һин Яҡубтан бөйөгөрәкме ни?


Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәүсе, һин яҙылған ҡанунға һәм сөннәтлеккә эйә булһаң да, ҡанунды боҙғаның өсөн һине хөкөм итер.


Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ