36 Һеҙгә әйтәм: әйткән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ.
36 Һеҙгә әйтәм: әйтелгән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ.
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом менән Гоморра еренә еңелерәк булыр.
Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр.
Әйткән һүҙҙәреңә ҡарап аҡланырһың, әйткән һүҙҙәреңә ҡарап хөкөм ителерһең.
Шулай итеп, һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ.
Был, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәргә ярашлы, Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша хөкөм итәсәк көндә билдәле буласаҡ.
Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Ул бөтөн тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай, уның үҙен иһә йәһәннәм уты ҡабыҙып ебәрә.
Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.