Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 12:34 - Инжил

34 Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 12:34
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара.


Кешенең ауыҙынан сыҡҡаны – йөрәгенән сыға. Уны шул бысрата ла.


Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ?


Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килеүен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ тип әйтте?


Яхъя янына һыуға сумдырылырға тип күп халыҡ килгән. Яхъя уларға: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә, Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ, тине?


Яҡшы кеше яҡшылыҡ тулы күңеленән яҡшылыҡ алып сыға, ә яман кеше яманлыҡ тулы күңеленән яманлыҡ алып сыға. Сөнки кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була.


Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы.


Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.


Оятһыҙ, аңһыҙ, шулай уҡ төртмә һүҙҙәр һөйләгәнсе, Аллаға рәхмәт ҡылығыҙ.


Бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ. Һүҙендә абынмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен тыя ала.


Алла балалары һәм Иблис балалары былай таныла: хаҡ эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ