16 Әммә уларҙы Үҙенең кемлеге хаҡында һөйләүҙән тыйҙы.
16 әммә Үҙенең кем булыуы хаҡында һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты.
Был – Ишағыя пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
Тауҙан төшкәндә Ғайса уларҙы: – Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип киҫәтте.
Ғайса уны: – Ҡара уны, берәүгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә, руханиға барып күрен дә, Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.
Шунда һуҡырҙар күрә башланы. Ғайса уларҙы: – Ҡарағыҙ уны, был хаҡта һис кем белмәһен, – тип ҡаты киҫәтте.
Ғайса шәкерттәре менән күлгә табан йүнәлде. Уға Галилеянан күп һанлы кеше эйәрҙе. Шулай уҡ Йәһүҙиәнән дә,
Ғайса бер кемгә лә был хаҡта һөйләмәҫкә ҡушты. Әммә Ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне.