Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 12:14 - Инжил

14 Ә фарисейҙар, ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны һәләк итеү тураһында кәңәш ҡорҙолар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Ә фарисейҙар ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләштеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 12:14
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

һәм, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте.


Иртән иртүк бөтә баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тип ҡарар ҡылды.


Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө күмәс байрамы булырға тейеш ине. Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне.


Фарисейҙар иһә ғибәҙәтхананан сығып китеп, шунда уҡ Ирод батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек тә һәләк итеү тураһында кәңәшҡорҙо.


Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолоу өсөн уңайлы әмәл эҙләгән.


Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуҙары ныҡ ҡабарған, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорған.


Йәһүдтәр, Уны үлтерергә теләп, тағы ҡулдарына таш алды.


Уны тағы ҡулға алырға тырыштылар, әммә Ул ҡасып китте.


Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы.


Баш руханиҙар һәм фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләр беҙгә килеп әйтергә тейеш, тип әмер бирҙе.


Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәр Уны тағы ла нығыраҡ үлтерергә теләне, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне.


Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.


Фарисейҙар халыҡтың Ғайса тураһында шулай бәхәсләшкәнен ишетте. Улар, баш руханиҙар менән бергәләп, Уны ҡулға алырға Алла Йорто һаҡсыларын ебәрҙе.


Ҡайһы берҙәре Уны тотоп алырға ла теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул тейҙермәне.


Шул саҡта йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшеренде һәм Алла Йортонан сығып китте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ