Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 11:7 - Инжил

7 Шәкерттәр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы: – Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Яхъяның шәкерттәре киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы: – Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 11:7
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Юҡ? Нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй.


Ғәҙеллекте еңеүгә еткергәнгә тиклем, Ул сатнаған ҡамышты ла һындырып төшөрмәҫ, быҫҡып ятҡан филтәне лә һүндермәҫ.


Яхъяның һыуға сумдырыуы ҡайҙан килә? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме? Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.


Уның янына Иерусалим халҡы һәм бөтә Йәһүҙиә менән Иордан буйы төбәгендә йәшәүселәр килеп йөрөнө.


Шулай итеп, нисек тыңлауығыҙға иғтибар итегеҙ: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның бар тип уйлағаны ла тартып алыныр.


Ғайса боролоп ҡарағас, уларҙың эйәреп килеүен күрҙе. – Һеҙгә нимә кәрәк? – тип һораны уларҙан. – Рабби (Рабби – «Остаз» тигән мәғәнәлә), һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һораны тегеләр.


Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Әммә һораусы иман менән, икеләнмәй һораһын, сөнки икеләнгән кеше ел бер яҡтан икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ